Ғаиләнең бурыстары:
ДОБРО ПОЖАЛОВАТЬ НА САЙТ УЧИТЕЛЯ БАШКИРСКОГО ЯЗЫКА И ЛИТЕРАТУРЫ МБОУ ЛИЦЕЙ С.НИЖНЕЯРКЕЕВО
18.01.2020

Ғаиләнең бурыстары:

18.01.2020

 —баланың үткәргән сирҙәре тураһында мәктәпкә еткереү;

—баланың шәхси гигиенаһын күҙәтеү;

—мәктәп формаһын күҙәтеү;

— балалар байрамдарында дежур итеүҙә ҡатнашыу;

—контроль эш һәм инспектор тикшереүҙәре һөҙөмтәләре менән танышыу;

—уҡытыусыларҙың тәҡдимдәрен үтәү;

—мәктәп һәм ҡоролмаларҙы ремонтлауҙа ҡатнашыу;

—мәктәп психологының тәҡдимдәрен үтәү;

—кәрәк тип тапҡанда иҫкәртеү советы кәңәшмәһенә килергә;

—баланың мәктәпкә йөрөүен контролдә тотоу;

— ата-әсә хеҙмәт юлындағы, йәшәү урынындағы үҙгәрештәрҙе мәктәпкә еткереп тора;

—ғаиләгә һәм балаға ҡағылған мәғлүмәттәрҙе мәктәпкә әйтеп барыу;

—мәктәпкә шефлык итеү (ҡулдан килгәнсә);

—мәктәп идаралығы эшендә ҡатнашыу;

— комиссия төҙөгән акт нигеҙендә мәктәпкә килтергән зыянды ҡаплау.

Әгәр мәктәп ата-әсәләр алдында бурыстарын үтәмәһә, ата-әсә балаһын башҡа мәктәпкә күсерә ала, мәктәп етәкселегенә йәки башҡа юғары органдарға хәбәр итә.

Әгәр ата-әсәләр үҙҙәренә ҡуйылған бурыстарҙы үтәй алмаһа, мәктәп административ комиссияға мөрәжәғәт итә, баланы мәктәптән сығарыу мәсьәләһен ҡуя.

  Ата-әсәләр менән эш тәжрибәһенән

1. Ата-әсәләр йыйылышын үткәреү тәртибе:

— үткән йыйылыш ҡарарҙарының үтәлеше тураһында уҡытыусы, ата-әсәләр комитеты ағзаһы отчет яһай;

— педагогик темаға лекция йәки әңгәмә;

—ғаиләлә бала тәрбиәләү буйынса атай йәки әсәй фекер уртаҡлаша;

—көн тәртибенә ҡуйылған һорау буйыса йомғаҡ яһау һәм фекер алышыу;

—класта уҡытыу-тәрбиәнең торошо хаҡында класс етәксеһенең хәбәр итеүе;

—класҡа ҡағылған мәсьәләләр буйынса фекер алышыу;

—төрлөләр;

—ҡарар ҡабул итеү;

— киләһе йыйылыш тураһында белешмәләрҙе еткереү, уның көн тәртибен билдәләү;

—һәр йыйылышта йомғаҡ яһала, ҡарар ҡабул ителә, ул мотлаҡ;

—ҡарар класҡа, мәктәпкә, ата-әсәләргә ҡағыла һәм уҡытыу-тәрбиә эшен яҡшыртыуға йүнәлтелә;

—йыйылыштың ҡарарын һәр ата-әсә, ата-әсәләр комитеты белергә тейеш;

—ҡарарҙы үтәү уҡытыусыға һәм ата- әсәләр комитетына йөкмәтелә;

—киләһе    йыйылыштың    темаһы    алдан

уҡ иғлан ителә, уны үткәреү буйынса вазифалар һәр кемгә бүленә;

—йыйылыш 1—1,30 сәғәттән оҙаҡ булырға тейеш түгел.

2. Ата-әсәләр менән индивидуаль эш. Ата-әсә менән әңгәмә уҡытыусы һәм ата-әсә араһында ғына ҡала. һәр әйтелгән һүҙ уҡыусыға һәм уның ата-әсәһенә уҡ булып ҡаҙалырға тейеш түгел.

Мотлак:

—ата-әзәгә һәйбәт мөғәмәләлә булыу, уның балаһын күҙ уңында тотоу;

—баланың физик, аҡыл, әхлак, эстетик кимәлен иҫәпкә алып, уға йоғонто яһау методтарын билдәләү;

—ихтирамлы ҡараш, ихлас тыңлау, һорауҙарға түҙемле һәм асыҡ яуап биреү, ата-әсәнең хәүефле уйҙарын таратырға ярҙам итеү — ата-әсәләр менән осрашыуҙарҙың төп шарты;

—балаға талаптар тураһында һөйләгәндә, уҡытыусы баланың мәктәп тормошона яйлап инә барыуы, уның индивидуаль үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыуы тураһында белдерә; ата-әсәнең һәләтен, ойоштороу мөмкинлектәрен асыҡлау максатында уҡытыусы уны класс һәм мәктәп менән актив эшләргә ылыҡтыра, анкета һорауҙарына яуаптар бирҙертә: ата-әсәнең һәм ғаилә ағзаларының фамилияһы, исеме һәм атаһының исеме, белеме, эш урыны, йәмәғәт эше, йәшәү шарттары, ғаиләнең дөйөм эш хаҡы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, наградалар, мәктәптә үткәрелгән сараларҙа ҡатнашырға    теләктәр    (ата-әсәләр    менән әңгәмәләр үткәреү, күргәҙмә-әсбаптар эшләү, ремонт эшендә ҡатнашыу, түңәрәк менән етәкселек итеү, физкультура, һауыҡтырыу эшендә ҡатнашыу).

 

    Добавить комментарий
    Необходимо согласие на обработку персональных данных
    Повторная отправка формы через: