Бөгөн Башҡортостанда республика халыҡтарының Милли кейеме көнө билдәләнә.
Милли кейем — халыҡтың эске булмышының сағылышы. Кеше үҙенең күңел донъяһын кейеме аша асып бирергә ынтылһа, милләттең дә йәшәү рәүеше, көнкүреше, эске донъяһы — тышҡы ҡиәфәтендә сағыла. Шуға ла боронғо замандарҙан алып кешегә бер ҡараш ташлау менән, уның ниндәй милләттән икәнен билдәләп булған. Башҡорттоң иһә күңел байлығы сигеү-нағышта, мәрйендән селтәрләп яһалған биҙәүестәрҙә, көмөшкә сүкеп һалынған биҙәктәрҙә сағылған.
Лицейыбыҙҙың уҡыусылары ла был матур саранан ситтә ҡалманы. Ҙур теләк менән #Милли кейемдә уҡыйбыҙ тигән флешмобҡа ҡушылдылар. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Вәлиева Л.Р.“Башҡорт халҡының милли кейеме” тигән темаға класс сәғәте күрһәтте, башланғыс класс уҡытыусылары Ғәсҡәрова И.Р., Зарипова Ф.Ғ., Исламова Г.Ғ., Яғфәрова Г.Х. 1,2,3,4 класс уҡыусылары менән милли орнаменттар ҡулланып һүрәт төшөрҙөләр, тарих уҡытыусыһы Ғабдраҡипов Ш.Ҡ. 6 класс уҡыусыларына түңәрәк өҫтәл ойоштороп, уның тарихын һөйләне, сит телдәр уҡытыусыһы Ғәләүетдинова Л.Р., өлкән әйҙәүсе Гәниева Г.Х., рус теле уҡытыусыһы Хәрисова Н.Ф. 7а, 7б, 9 класс уҡыусыларына милли кейемдәр тураһында әңгәмә алып барҙылар, китапханәсе Басырова А.Ф. күргәҙмә ойошторҙо.
Милли кейем – милли сифат билдәһе генә түгел, ә халыҡтың оло тарихын, рухи ҡеүәһен күрһәткән дәлил дә. Эске булмышыбыҙҙың сағылышы булған оло хазинанын юғалтмайыҡ, ҡәҙерләп һаҡлайыҡ, киләһе быуындарға түкмәй-сәсмәй тапшырайыҡ!
