Минең педагогик фәлсәфәм
ДОБРО ПОЖАЛОВАТЬ НА САЙТ УЧИТЕЛЯ БАШКИРСКОГО ЯЗЫКА И ЛИТЕРАТУРЫ МБОУ ЛИЦЕЙ С.НИЖНЕЯРКЕЕВО
18.01.2020

Минең педагогик фәлсәфәм

18.01.2020

 

Бала саҡҡа ҡайтыр инем,

Уйнап арығансы ғына.

Уйҙарымда ҡайтам да һуң,

Уйҙар ялғансы ғына.

 

  Һәр беребеҙ яҡты донъяға  йәшәр өсөн тыуғанбыҙ. Үҙеңдән һуң яҡты эҙҡалдырыр өсөн, тырышып йәшәйбеҙ, уҡыйбыҙ, эшләйбеҙ. Беҙ ниндәй генә милләт кешеһе булһаҡ та, ниндәй генә һөнәргә эйә булһаҡ та –  барыбыҙ ҙа бала саҡиленән. Бала саҡты иҫкә алғанда, әлбиттә, мәктәп, уҡытыусым мөһим  урынды алып тора.

   Күпме  һыуыҡ  ҡарлы ҡыштар үтеп, яҙын ҡар һыуҙары нисәмә тапҡыр ер өҫтөн дым менән туйындырып, йәйҙәрҙә матур сәскәләр шытып сыҡҡан. Йылдар… Йылдар…  Йылдар…

   Әле ҡасан ғына таң атып, мин ашыға-ашыға яңы яуған аҡ ҡарҙы тапап мәктәпкә уҡыусыларым янына килгәйнем. Кис еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалам. Сихри кис  яңғыҙ ҡалып уҙған көнөмдө, эшләнгән эштәремде  баһалау мөмкинлеге бирә. Көн артынан төн үтә, төнгә алмашҡа яңы көн тыуа, ләкин улар бер-береһенҡабатламайҙар.

  Эшләйһең дә эшләйһең, ә нисек итеп бала күңелендә ун, егерме йыл үткәс тә һағынып иҫкә алырлыҡ эҙ ҡалдырырға? Тыуғандан бирле матур-матур әкиәттәрҙе тыңлап, күңелле йырҙарҙы, ҡыҙыҡлы шиғырҙарҙы рус телендә генә һөйләргә ғәҙәтләнгән беренсе класс уҡыусыһын нисек итеп бөйөк Рәми теленең серҙәренә төшөндөрәйем дә, башҡорт теленең кәрәклеген аңлатайым?

  Был йүнәлештә миңә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу методикаһын белеүҙән тыш, бәләкәй балаларҙың психологияһын яҡшы белеү ярҙамға килә. Бына матур-матр төҫлө һүрәттәр, уйынсыҡтар алып,  яңы ғына  мәктәп тупһаһын атлап ингән уҡыусылар ҡаршыһына баҫам. Аяҙ күк йөҙө  кеүек,  асыҡ йөҙҙәрҙә тынғыһыҙлыҡ билдәләре сағыла, башҡорт теле дәресенең ниндәй буласағын белмәгән, уҡытыусы һораһа, яуап бирә алмаҫмын тип, ҡурҡыбыраҡ ҡалған балалар, күҙҙәрен тултырып миңә төбәлгән… Беренсе һүҙҙәр, беренсе  йылмайыуҙар, беренсе хуплауҙар…

    Ун йыл урыҫ мәктәбендә эшләү дәүеремдә үҙем өсөн ошондай асыш яһаным:

   Башланғыс класҡа килгән балалар араһында, үҙҙәре лә аңламаҫтан, ни өсөндөр “Минең башҡорт телен өйрәнәһе килмәй”, тигән фекерҙәгеләре лә була. Ошо фекерҙе юҡҡа сығарыу – минең тәү бурысым. Беренсе  көндәрҙә  баланы ҡурҡытмайынса ғына башҡорт теле дәрестәренә эйәләштереү мөһим. Бының өсөн мин режиссер ҙа, сценарист та, йырсы ла, артист та, психолог та булырға тейешмен. Әгәр ҡуйылған маҡсатҡа  бөгөн ирешә алмаһам, икенсе дәрестә ирешермен, тип кенә тынысланып ҡалмайым. Эҙләнәм, уйланам, табам, өйрәнәм, эшемдә ҡулланып ҡарайым. Бөгөнгө заманда уҡытыусыға үҙ  хаталарын ҡабатламайынса, тәжрибә туплау мөмкинлеге бик күп. Баланы үҙ фәнеңә ҡыҙыҡһыныдырыу өсөн, бер дәрес тә ҡабатланырға тейеш түгел, тип иҫәпләйем.

   Көн артынан көн үтеп,  йыл артынан йыл үтеп, тырышлығымдың беренсе һөҙөмтәләре лә бар. Дәрестәрҙә башҡортса һөйләмде тыңларға, аңларға өйрәнеп киләләр, йөҙҙәрендә ҡурҡыу урынына, үҙҙәренең аҙ ғына уңыштарына күҙҙәрендә һөйөү сатҡылары күренә, бына хәҙер минең  маҡсатым – уҡыусыларҙа башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу. Шул маҡсатыма ирешкәндән һуң дәрестәрем береһенән-береһе ҡыҙыҡлыраҡ, уҡыусыларымдың һөҙөмтәләре юғарыраҡ буласаҡ. Бәләкәйҙәр үҙҙәренә әйтелгән маҡтау һүҙҙәрен бик яҡшы иҫтә ҡалдыралар, шул уҡһүҙҙәрҙе өйҙәренә ҡайтып, ата-әсәләренә әйтеп күрһәтергә тәҡдим итәм. Һөҙөмтәлә бала һүҙҙе иҫтә ҡалдыра, өйҙәгеләрҙең баланың шатлығын уртаҡлашыу мөмкинлеге тыуа. Балаға уңыштар юлдаш булғанда ғына, уның күңеле күтәрелә, тағы ла күберәк белеү, белгәнеңде башҡаларға күрһәтеү теләге барлыҡҡа килә.

   Башҡорт телен башҡорт балаларына уҡытыу һәм урыҫ телле балаларға уҡытыу методикаһы менән дә, дәрестәрҙең төҙөлөшө менән дә ныҡ айырыла, уҡыусыларҙың предметҡа ҡарата мөнәсәбәттәре лә төрлөсә. Беренсе осраҡта, уҡыусы туған теле булғанға өйрәнә, икенсе осраҡта,  дәрестәрҙең барышы мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы, яңы мәғлүмәт биргән өсөн өйрәнә. Билдәле булыуынса, уңышҡа ирешеү өсөн уҡытыусы менән уҡыусы араһында йылы мөнәсәбәт булырға һәм ата-әсәләренең кире йоғонтоһо булмаҫҡа тейеш.

   Бәләкәй сағымда өләсәйем иҫке көҙгөгә ҡарарға ярамай, унда көҙгө эйәһенең күләгәһе күренә, тип киҫәтә торғайны. Үҫә төшкәс был имеш - мимешкә ышанмаһам да, иҫке көҙгөгә ҡарамаҫ булдым. Тәбиғәттең мөғжизәһе күп, асылмаған серҙәре, кеше аңы аңлап бөтөрмәгән яҡтары икһеҙ-сикһеҙ.

   Бала күңеле иң таҙа, иң эскерһеҙ, уйҙары хыялый, хыялдары яҡты. Уның күңеле көҙгө һымаҡ уға ниндәй ҡараш ташлайһың, шундайҙы күререгә мөмкин. Яҡшы ҡараш-уңай фекер сағылдыра, ҡараңғы ҡараш-кире мөнәсәбәт тыуҙыра. Үҫкәс иҫкә төшкән хәтирәләр, булған ваҡиғаларҙың төшкә кереүе лә күңел көҙгөһөнөң сағылышылыр, моғайын.

  Уҡытыусы! Бала саҡ иленән алып сыҡҡан күңел көҙгөһөндә һинең дә сағылышың бик күп тапҡыр ҡабатланасаҡ, хәтерҙә уйылып ҡалған миҙгелдәрҙе, ғүмер буйы иҫкә төшөрөп, сихри төн батшалығы төштәрҙә ҡабатлаясаҡ. Ул көҙгөләге сағылышың нидәй булыуын, һин бөгөн үҙең хәл итергә тейешһең. Шундай яуаплы һәм ҡатмарлы һөнәрҙе һайлағанһың икән, тимәк яҙмышың шулайҡушҡан. Тырышып, уйлап ҡына бала күңеленә сифатлы орлоҡ һал. Оҙаҡ йылдар үткәс тә, һинең уҡыусыларың ҙур хөрмәт һәм һағыныу хистәре менән иҫкә алһалар, бала саҡ иленең иң матур миҙгелдәрен сағыштырған мәлдәрҙе төштәрендә күреп уянһалар –  һин  һөнәреңде дөрөҫ һайлағанһың. Донъяла һәр кемдән, һәр нәмәнән көслөрәк булған ваҡыт, һинең эшеңдең һөҙөмтәһен күререр  һәм  баһаһын бирер. Ваҡыт уҙғандан һуң бала саҡты һағынғанда һине лә иҫкә алырҙар, ә бындай бәхет һәр кемгә лә бирелмәй.

    Добавить комментарий
    Необходимо согласие на обработку персональных данных
    Повторная отправка формы через: