Мы используем файлы cookie
и системы аналитики для улучшения работы сайта
29 апрелдәИлеш районы ҮргеЙәркәйауылының ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге тарихи-мәҙәни үҙәгендә сәсәниә, филология фәндәре докторы, Салауат Юлаев ордены ковалеры, М.Аҡмулла, Ғ.Әлмөхәмәтов исемендәге премия лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Розалиә Әсфәндиәр ҡыҙы Солтангәрәева менән осрашыу үтте. Унда төрлө мәктәптәрҙән башҡорт теле уҡытыусылары һәм “Урал Батыр” ҡобайырын яттан һөйләгән уҡыусылар йыйылды. Иң тәүҙә сәсәниә уҡыусыларҙың сығышын тыңланы. Беҙҙең лицейыбыҙҙан 2-се класс уҡыусыһы Ғибәҙуллина Арина сығыш яһаны (етәксеһе Вәлиевә Л.Р., башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы), артабанРозалиә Солтангәрәевә “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Осрашыуҙың һуңғы өлөшөндә сәсәниә башҡарыуында шиғырҙар һәм йырҙар яңғыраны.
Настоящим подтверждаю, что ознакомлен и согласен с условиями Политики в отношении обработки персональных данных