МИЛЛИ КЕЙЕМ КӨНӨ
ДОБРО ПОЖАЛОВАТЬ НА САЙТ УЧИТЕЛЯ БАШКИРСКОГО ЯЗЫКА И ЛИТЕРАТУРЫ МБОУ ЛИЦЕЙ С.НИЖНЕЯРКЕЕВО
07.09.2023

МИЛЛИ КЕЙЕМ КӨНӨ

07.09.2023

 

    Бөгөн Башҡортостанда республика халыҡтарының Милли кейеме көнө билдәләнә. Республика башлығы Радий Хәбировтың бойороғо буйынса, был көн йыл һайын сентябрҙең икенсе йомаһында билдәләнә.

    Милли кейем — халыҡтың эске булмышының сағылышы. Кеше үҙенең күңел донъяһын кейеме аша асып бирергә ынтылһа, милләттең дә йәшәү рәүеше, көнкүреше, эске донъяһы — тышҡы ҡиәфәтендә сағыла. Шуға ла боронғо замандарҙан алып кешегә бер ҡараш ташлау менән, уның ниндәй милләттән икәнен билдәләп булған. Башҡорттоң иһә күңел байлығы сигеү-нағышта, мәрйендән селтәрләп яһалған биҙәүестәрҙә, көмөшкә сүкеп һалынған биҙәктәрҙә сағылған.

     Лицейыбыҙҙың уҡыусылары ла был матур саранан ситтә ҡалманы. Ҙур теләк менән #Милли кейемдә уҡыйбыҙ тигән флешмобҡаҡушылдылар. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Л.Р.Вәлиева “Башҡорт халҡының милли кейеме” тигән темаға дәрес күрһәтте, түңәрәк өҫтәл ойоштороп, милли кейемдәр тураһында әңгәмә алып барҙы.

    Милли кейем – милли сифат билдәһе генә түгел, ә халыҡтың оло тарихын, рухи ҡеүәһен күрһәткән дәлил дә. Эске булмышыбыҙҙың сағылышы булған оло хазинанын юғалтмайыҡ, ҡәҙерләп һаҡлайыҡ, киләһе быуындарға түкмәй-сәсмәй тапшырайыҡ!

 

 

    Добавить комментарий
    Необходимо согласие на обработку персональных данных
    Повторная отправка формы через: