Милли кейем көнө
ДОБРО ПОЖАЛОВАТЬ НА САЙТ УЧИТЕЛЯ БАШКИРСКОГО ЯЗЫКА И ЛИТЕРАТУРЫ МБОУ ЛИЦЕЙ С.НИЖНЕЯРКЕЕВО
09.09.2022

Милли кейем көнө

09.09.2022

 Бөгөн Башҡортостанда республика халыҡтарының Милли кейеме көнө билдәләнә. Республика башлығы Радий Хәбировтың бойороғо буйынса, был көн йыл һайын  сентябрҙең икенсе йомаһында билдәләнә.

Лицейыбыҙҙың уҡыусылары ла был матур саранан ситтә ҡалманы. Ҙур теләк менән  #Милли кейемдә уҡыйбыҙ тигән флешмобҡа ҡушылдылар. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Л.Р.Вәлиева  “Башҡорт халҡының милли кейеме” тигән темаға дәрес күрһәтте, китапханасы Г.Ф.Шәрипова түңәрәк өҫтәл ойоштороп, милли кейемдәр тураһында әңгәмә алып барҙы.

Милли кейем – милли сифат билдәһе генә түгел, ә халыҡтың оло тарихын, рухи ҡеүәһен күрһәткән дәлил дә. Эске булмышыбыҙҙың сағылышы булған оло хазинаны юғалтмайыҡ, ҡәҙерләп һаҡлайыҡ, киләһе быуындарға түкмәй-сәсмәй тапшырайыҡ!

    Добавить комментарий
    Необходимо согласие на обработку персональных данных
    Повторная отправка формы через: