“Башҡорт теленән халыҡ – ара диктант -2023”
ДОБРО ПОЖАЛОВАТЬ НА САЙТ УЧИТЕЛЯ БАШКИРСКОГО ЯЗЫКА И ЛИТЕРАТУРЫ МБОУ ЛИЦЕЙ С.НИЖНЕЯРКЕЕВО
20.04.2023

“Башҡорт теленән халыҡ – ара диктант -2023”

20.04.2023

 20 апрель “Башҡорт теленән халыҡ – ара диктант -2023” яҙыу акцияһы үтте.

Лицейыбыҙҙа ла диктант яҙырға теләүселәр өсөн майҙансыҡ эшләне. Йыл һайын үткәрелгән акция, башҡорт телен танытыуға, белем алыуға, уның кимәлен күтәреүгә ҡыҙыҡһыныу уята. Быйыл был акция “Милли кейем көнө” менән тура килде. Лицей коллективының һәм уҡыусыларыбыҙҙың был сарала бергәләп ҡатнашыуы бик күңелле һәм фәһемле булды. Тамаша залында милли кейемдәрҙә диктант яҙҙылар. Тулҡынлана – тулҡынлана яҙған диктанттарҙың һөҙөмтәһе бик яҡшы булыуы һөйөндөрҙө һәм диктант яҙыуҙа ҡатнашҡан һәр кемгә сертификат тапшырылды.

Бөгөнгө саралар милләтебеҙҙең рухи байлығын тағы арттырыр, күңелдәребеҙҙе күтәрер, халҡыбыҙҙың яҡты киләсәгенә өмөт уятыр, тигән теләктә ҡалабыҙ.

    Добавить комментарий
    Необходимо согласие на обработку персональных данных
    Повторная отправка формы через: