24 апрель көндө “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант – 2021” акцияһы уҙҙы. Донъя кимәлендәге күркәм сараның ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» йәмәғәт берекмәләренең халыҡ-ара союзы.
«Башҡортостан юлдаш телевидениеһы» телеканалында, «Бәйләнештә» социаль селтәрҙәрендә, «YouTube» видеохостингында дикторҙар диктант тексын тура эфирҙа уҡыны.
Түбән Йәркәй дөйөм белем биреү лицейы уҡыусылары һәм уҡытыусылары, быйыл да дәррәү ҡушылып, халыҡсан акциянан ситтә ҡалманы!