«Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант-2024»
ДОБРО ПОЖАЛОВАТЬ НА САЙТ УЧИТЕЛЯ БАШКИРСКОГО ЯЗЫКА И ЛИТЕРАТУРЫ МБОУ ЛИЦЕЙ С.НИЖНЕЯРКЕЕВО
27.04.2024

«Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант-2024»

27.04.2024

27  апрелдә «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант – 2024» акцияһы уҙҙы. Түбән Йәркәй лицейы  диктант яҙыуҙың бер майҙансығы булды. Акция Башҡортостанда, Рәсәй төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә тел мәҙәниәтен арттырыу, башҡорт телен танытыу һәм популярлаштырыу өсөн уҙғарылды. Акцияның девизы: «Тел – халҡыбыҙҙың рухи байлығы». Сара офлайн форматта уҙҙы.

Башҡорт телендә иркен аралашҡандар өсөн диктант текстын уҡытыусы Вәлиева Ленара Рифҡәт ҡыҙы уҡыны. Ата-әсәләр, уҡыусы балалар, уҡытыусылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең белем кимәлен тикшереп ҡарарға теләк белдерҙе. Мәктәп директоры Алмаз Гәзинур улы, йыл һайын үткәрелгән ирекле, башҡорт телен танытыуға, белем алыуға, уның кимәлен күтәреүгә ҡыҙыҡһыныу уятыусы акцияла әүҙем ҡатнашыусы ауылдаштарыбыҙға уңыштар теләне.

Тулҡынлана – тулҡынлана яҙған диктанттарыбыҙҙың һөҙөмтәһе бик яҡшы булыуы һөйөндөрҙө һәм диктант яҙыуҙа ҡатнашҡан һәр кемгә сертификат тапшырыласаҡ. Лицей майҙансығында үткәрелгән сараларға әүҙем йөрөүсе ауылдаштарыбыҙға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

    Добавить комментарий
    Необходимо согласие на обработку персональных данных
    Повторная отправка формы через: