Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, бөгөн, 14 декабрҙә, республикала Башҡорт теле көнө билдәләнелә. Сөнки 14 декабрь – башҡорт халҡының мәшһүр шағиры, бөйөк мәғрифәтсеһе, башҡорт шиғриәтенә тос өлөш индергән, милләтебеҙҙең 19 быуаттағы иң атаҡлы һүҙ оҫтаһы Мифтахетдин Аҡмулланың (Камалетдинов Мифтахетдин Камалетдин улы, 14 декабрь 1831 йыл – 8 октябрь 1895 йыл) тыуған көнө. Быйыл уның тыуыуына 192 йыл тула. Аҡмулла башҡорт теле үҫешендә ғәйәт ҙур роль уйнай. Заманында уның ижады төрки халыҡтарҙа киң билдәле була.
Бөгөнгө байрам көнөндә беҙҙең лицейыбыҙҙа күп сараларҙа ҡатнашты (флешмоб, стенгазета, матур яҙыу, викторина, инша конкурстары). Башҡорт теле уҡытыусыһы Вәлиева Л.Р. асыҡ дәрестәр күрһәтте, төрлө күргәҙмәләр ойошторҙо, уҡыусылар башҡорт теленә арналған шиғырҙар һөйләп, флешмобта ҡатнашты.
Башҡорт теле – ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге, халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, фәһемле тарихын, йолаларын бергә туплап, беҙҙең көндәргә тиклем алып килгән. Башҡорт телен һаҡлайыҡ, ҡәҙерләйек, өйрәнәйек, рухыбыҙ сәңгелдәге итәйек!
