7-се декабрь “Башҡорт теле көнө – 2021” башланып китте. Бөгөнгө көн лицей уҡыусылары өсөн сараларға бай көн булды.
9-сы класста “Аҡмулла - сәсән телле шағир” темаһына дәрес үткәрелде. Уҡыусылар бөйөк сәсәндең тормош юлын байҡанылар, шиғырҙарын өйрәнделәр.
6-сы класс уҡыусылары лицей радиоһынан башҡорт теленә арналған тапшырыуҙы алып барҙылар. Был тапшырыуҙа Мифтахетдин Аҡмулланың шиғырҙары яңғыраны.
Лицей телевидениеһын алып барыусы 10 класс уҡыусылары уҡытыусыларҙан, уҡыусыларҙан интервью алып, башҡорт теле тураһында репортаж әҙерләнеләр.
7 класс уҡыусылары Башҡортостандың күренекле шәхестәре тураһында проект эштәрен яҡланылар.
Ошо сараларҙа ҡатнашҡандан һуң уҡыусылар үҙҙәренә бик күп мәғлүәт алды һәм киләсәктә дөрөҫ ҡулланыр тип ышынып ҡалабыҙ.