“Һаумы, һаумы, әкиәт!”
ДОБРО ПОЖАЛОВАТЬ НА САЙТ УЧИТЕЛЯ БАШКИРСКОГО ЯЗЫКА И ЛИТЕРАТУРЫ МБОУ ЛИЦЕЙ С.НИЖНЕЯРКЕЕВО
03.05.2023

“Һаумы, һаумы, әкиәт!”

03.05.2023

 

   3 май Лицейыбыҙҙа Донъя халыҡтары әкиәттәрен башҡортса һөйләүселәрҙең “Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурсы үтте.

       Республиканың дәүләт һәм уның халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү конкурстың төп маҡсаттарының береһе булып тора.

       Бәйге 2010 йылдан үткәрелә һәм ул Республиканың дәүләт һәм уның халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән.

       Шулай уҡ уның төп маҡсаттары булып йәш әкиәтселәр мәктәбен үҫтереү, донъя халыҡ ижады өлгөләрен һаҡлау һәм таратыу, йәш быуында башҡорт халҡынының тарихи һәм мәҙәни мираҫына һаҡсыл һәм ихтирамлы ҡараш тәрбиәләү тора.

       2-се һәм 5-се класс уҡыусылары ла конкурста үҙ һәләттәрен күрһәтте. Улар “Ҡойороҡтар” һәм “Кәзә менән Һарыҡ” әкиәтен сәхнәләштерҙе. Уҡыусылар өсөн юғары кимәлдә матур тамаша, ҙур байрам ойошторолдо. Балаларҙы рухи яҡтан үҫтереүсе, маҡсатлы итеүсе, хыялдарына ҡанат ҡуйыусы ошондай матур бәйгеләр йышыраҡ булһын, беҙҙең уҡыусылар беҙҙе артабан да ҡыуандырһын!

    Добавить комментарий
    Необходимо согласие на обработку персональных данных
    Повторная отправка формы через: