Һөйөклө туған телем.
Үҙ телемдә һеҙгә сәләм:
Халыҡ-ара Туған телдәр көнө 2000 йылдың февраленән билдәләнә башлай. Ер шарындағы 6700 телдең яртыһына юғалыу ҡурҡынысы янай. Шуға ла һәр халыҡтың ғөрөф-ғәҙәтен, йолаларын, йыр-моңдарын, ауыҙ-тел ижадын, телен һаҡлап ҡалыу маҡсатында 21 февраль – Халыҡ-ара туған телдәр көнө тип иғлан ителгән. Ошо йәһәттән лицейыбыҙҙа йыл һайын күп саралар уҙғарыла. Туған телдәр уҡытыусылары асыҡ дәрестәр күрһәтте, төрлө күргәҙмәләр ойошторолдо, уҡыусылар төрлө телдәрҙә туған телгә арналған шиғырҙар һөйләп, флешмобта ҡатнашты. Был сараларҙың маҡсаттары Башҡортостаныбыҙ шағирҙарының ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыуҙы; мәҙәни һәм рухи байлыҡ арттырыуҙы. Уҡыусылар барыһы ла, туған телебеҙгә дан йырлап, ысын мәғәнәһендә үҙҙәренең тел һөйөүсе икәнлектәрен күрһәтте.
